Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Азат Йыһаншин - "Тағы бер йыл шаулап үтеп китте..." | Текст песни

Pesni.guru - сайт для Гуру

Тағы бер йыл сабып үтеп китте,
Ҡары ғына ҡалды түшәлеп,
Мин нимәлер һинән өмөт иттем,
Иҫеңә лә, ахыры, төшмәнем?

Иҫке йылдың һуңғы ҡары яуа,
Һуңғы ҡары, һуңғы сафлығы.
Өмөттәрем, гүйә, шулай ауа,
Килгән генә мәлдә саҡ нығып.

Нишләргә һуң? Ярай. Хуш. Ғәфү ит.
Бөгөн итеп булмай кисәне.
Ә шулай ҙа был касаны мин бит
Һинең өсөн генә эсәмен.

Рәми Ғарипов


Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-