Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Артур Туҡтағолов - Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма | Текст песни

Pesni.guru - сайт для Гуру

Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма,
Һыҙылып алһыу таңдар атҡанда.
Ауылымды сорнап аҡ мамыҡҡа,
Аҡ томандар йәйелеп ятҡанда.

Ҡушымта:

Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма,
Ҡояш көлтә нурҙар һипкәндә.
Сәскәләрҙең көләс йөҙҙәрендә,
Ысыҡ тамсылары кипкәндә.
Сәскәләрҙең көләс йөҙҙәрендә,
Ысыҡ тамсылары кипкәндә.

Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма,
Төндө ярып ҡояш батҡанда.
Ал ефәк шәл булып, тау иңенә,
Эңер күләгәһе ятҡанда.

Ҡушымта:

Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма,
Ҡояш көлтә нурҙар һипкәндә.
Сәскәләрҙең көләс йөҙҙәрендә,
Ысыҡ тамсылары кипкәндә.
Сәскәләрҙең көләс йөҙҙәрендә,
Ысыҡ тамсылары кипкәндә.

Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма,
Күҙ ҡыҫышҡан саҡта йондоҙҙар.
Рәхәтләнеп кенә, еләҫ елдә,
Серем иткән саҡта киң ҡырҙар.

Ҡушымта:

Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма,
Ҡояш көлтә нурҙар һипкәндә.
Сәскәләрҙең көләс йөҙҙәрендә,
Ысыҡ тамсылары кипкәндә.

Сәскәләрҙең көләс йөҙҙәрендә,
Ысыҡ тамсылары кипкәндә.
Ысыҡ тамсылары кипкәндә.
Ысыҡ тамсылары кипкәндә.

Другие названия этого текста
  • Артур Туҡтағолов - Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма (0)
  • Ҡарауанhарай - Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма (0)
  • Карауанһарай - Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма!.. (0)
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-