Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Газим Ильясов - Иҫтәремдә атай | Текст песни

Pesni.guru - сайт для Гуру

тай

Венер Мөхәмәҙиев көйө
Алмаз Ғәлин һәм халыҡ һүҙҙәре

Төштәремдә күрәм атайымды,
Йырлай-йырлай атын еккәнен,
Йылы ҡараш ташлап әсәйемә,
Ҙур ҡапҡанан сығып киткәнен.

Ҡайта инең, атай, кискә ҡалып,
Һөйләй инең ниҙәр күргәнең,
Биғрәк тәмле ине ҡипҡән икмәк —
\"Ҡуян күстәнәсе\" тигәнең.

Әйтә инең миңә ғүмеремде
Бушҡа үткәрмә улым тип.
Изгелектәр эшләп үҫһәң әгәр,
Балҡып торор ғүмер юлың тип.

Әйткән һүҙең, изге теләктәрең,
Үтәлерҙәр һәрбер эшемдә.
Ҡалған ғүмерҙәрең оҙын булһын,
Рәхмәт атай барһын өсөн дә.

Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-