Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Зарипов Радиф - Һөйөү | Текст песни

Pesni.guru - сайт для Гуру

1.Һине осратҡансы мөхәббәтем,
Нимә икәнлеген белмәнем.
Яҙмышымдан уны, көтмәгәндә
Кинәт табыуымды мин теләнем.

Ҡушымта:
Тыныслығын боҙоп йөрәгемдең,
Килеп кергән һөйөү һин икән.
Ғүмерлеккә икәү ҡалыр өсөн,
Вәғҙәңде һин дә бир иркәм.
Ғүмерлеккә икәү ҡалыр өсөн,
Вәғҙәңде һин дә бир иркәм.

2.Һинең менән бергә үтер юлым,
Гөл сәскәнән торған юл икән,
Был донъяла һөйөүҙән татлыраҡ,
Ғазаплыраҡ тойғо юҡ икән.

3.Һине юғалтыуҙан ҡурҡып үтә,
Ғүмеремдең һәр бер минуты.
Һүрелмәһен ине йөрәгемдең,
Һөйөүҙән ҡабынған был уты.

Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 3
Видео
Нет видео
-