Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Зилә Лира - Ах, душа мой | Текст песни

Pesni.guru - сайт для Гуру

ДУША МОЙ.

Башҡорт халыҡ йыры.

1. Ах, душа мой, душа мой,
Билдә ҡайыш бушамай.
Уйнап торам, йырлап торам,
Көлөп торам, бейеп торам,
Ҡай ерҙәрем оҡшамай?

2. Ах, душа мой, душа мой,
Ике ҡулым бушамай.
Ҡамыр баҫам, икмәк һалам,
Һыйыр һауам, һыуға барам,
Ҡай ерҙәрем оҡшамай?

3. Ах, душа мой, душа мой,
Минең күңелем бошонмай.
Ҡашым ҡара, буйым зифа,
Билем нескә, һүҙем шифа,
Ҡай ерҙәрем оҡшамай?

4. Ах, душа мой, душа мой,
Юғалтырһың бер шулай.
Күҙҙәреңә ҡарап торам,
Ни әйтһәң дә күнеп торам,
Ҡай ерҙәрем оҡшамай?

P.S. Был йырҙы йырларға булғас, һүҙҙәрен таба алмайынса яфаландым. Сөнки тик беренсе куплеты ғына бала саҡтан иҫтә ҡалған ине. Шуға күрә, ҡалған өс куплетты үҙемә яҙырға тура килде: башта ике куплет ҡына ине, бер- нисә йыл элек тағы берҙе өҫтәп ҡуйҙым. Һәм был йыр ошо минең тиҙ-тиҙ, сараһыҙҙың көнөнән генә яҙып алған һүҙҙәр менән халыҡ араһында таралып китте. Әлбиттә, йырҙың стилистикаһы боҙолмаһын өсөн бар хәлемсә тырыштым инде) Әгәр кем дә булһа, был йырҙың һүҙҙәрен белә икән, яҙып бирһәгеҙ мин рәхмәтле булыр инем.
Зилә Лира.

Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-