- Тексты песен
- Йортбәков Фаиль
- "Саҡырыу" (...онотормон тигән инем,онотманым-һин кәрәк!...Өндәшмәҫ тә кеүек инем, саҡырамын - һин кәрәк...Күперҙәрҙе тергеu
Pesni.guru - сайт для Гуру
Беҙ яҙмыш - ике яңылыш,
Юлдарыбыҙ аймылыш.
Бәхетлеһең тип уйлама,
Күҙҙәремдә моң-һағыш.
Онотормон тигән инем,
Онотманым, һин кәрәк.
Мин, күрәһең, хистәремде
Йәшергәнмен төпкәрәк.
Йәшләй һөйөү - йәшел һөйөү,
Упҡын аша һикереү.
Көн булғансы янып көйөү,
Йә төңөлөп һүрелеү.
Үкенмәҫлек кеүек инек,
Үкендерә, һин кәрәк.
Аралағы күперҙәрҙе
Яндырғанбыҙ иртәрәк.
Беҙ яңылыш - ике һағыш,
Ярҙар һала аймылыш.
Ҡоштар ҙа яңғыҙ йәшәй алмай,
Ник түгелбеҙ беҙ аҡҡош.
Өндәшмәҫ тә кеүек инем,
Саҡырамын, һин кәрәк.
Күперҙәрҙе тергеҙәйек,
Донъя булыр түңәрәк.
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 3