Pesni.guru - сайт для Гуру
Тормош бит ул, бер ҡараһаң,
Йылмайып көлгән кеүек,
Икенсе яҡтан ҡараһаң,
Шәмдәре һүнгән кеүек.
Ҡушымта:
Килә яуа, килә яуа
Эйәләшкән бер болот,
Осар ҡанаттарым булһа,
Тормаҫ инем бер минут.
Ел булһам, иҫәр инем,
Гөл булһам,үҫәр инем,
Алма булһам, алдарыңа
Өҙөлөп төшәр инем.
Ҡушымта: шул ук
«Уф» тип әйтһәм, дуҫтар миңә
Уфтана тимәһендәр,
Уфтаныуға ҡалған был тип,
Дошмандар көлмәһендәр.
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1