Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Алсу Бахтиева - Мәктәп вальсы | Текст песни

Pesni.guru - сайт для Гуру

Был доньяға нимә булған
Тирә-яғы монга сумған?
Әйләнәбеҙ ҡара-ҡаршы
Ә күҙҙәргә һағыш тулған.

Әйләнәбеҙ парланышып
Баласаҡтың һуңғы вальсын.
Ошо ябай, изге моңдар
Йөрәктәрҙә мәңге ҡалһын.

Һау бул инде, туған мәктәп
Күрешкәнгә тиклем, дуҫтар.
Таралабыҙ төрлө яҡҡа
Ҡанат ҡағып осар ҡоштай.

Уҡытыусым - тоғро дуҫым
Кәңәш бирә һуңғы тапҡыр:
"Абынмайса атла алға,
Барыр юлдар булмаҫ таҡыр."

Борсолмағыҙ, тапшырырбыз
Заман ҡуйған һынауҙарҙы.
Тормошҡа беҙ ашырырбыҙ
Уйҙарҙағы хыялдарҙы.


Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-