Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Динис Уйылданов (МС Алакан) - Һинең өсөн генә | Текст песни

Ҡушымта:
Һинең өсөн генә ҡояш нурын һибә
Һинең өсөн генә балҡый йондоҙҙар
Һинең өсөн генә йөрәккәйем тибә
Һинең өсөн генә, тик һинең өсөн

1) Ҡояш нуры донъяны йылыта
Йөрәктә һөйөү күңелде йырлата
Ә мин тупланым бөтә хыялдарымды
Һәм һин баҫтың алдымда

Күҙҙәреңә һоҡланым бөтә алмайым
Иркәләп һине шатланып бөтә алмайым
Һин минең йәнем, тормошомдоң йәме
Иң бәхәтле мин осратҡанға һине

Һин янда саҡта донъя яҡтыра
Йөрәк шәберәк тибә һәм етер көсөм һәр нигә
Сәскәләр ата, ҡоштар һайрай
Бары һинең өсөн

2) Кәрәк булһа өйрәнермен бейергә испанса
Танго, вальс йәки сальса
Һин минең принцесса, билкәйең нескә
Бар булмышым һинең өсөн

Булырмын батыр һинең өсөн
Бәләләрҙән ҡурсалармын
Һәр ваҡыт терәк булып һиңә
Өмөттәреңде аҡлармын

Минең теләгем булырға гел бергә
Һәр көн, һәр төн һине ҡосаҡлап үбергә
Яратырға, беҙҙең балаларҙы үҫтерергә
Һине бәхетле итергә мәңгегә

Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-