Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Наиль Ибрагимов и Радик Юлъякшин - Баласак (new)(тулы версия) | Текст песни

Ниңә ваҡыт алтын яллы
Толпар ат түгел икән?!
Сабышынан аҙға ғына
Туҡтатып булмай икән?!

Ниңә баласаҡ илдәре
Тиҙ генә үтә икән?!
Ниңә ҡәҙерле кешеләр
Аранан китә икән?!

1)Әгәр булһам мин әкиәт батыры
Табыр инем серҙәргә дауа
Әгәрҙә булһа миндә бәхет тылсымы
Бәхет яуҙырыр ине һауа.

Ҡушымта шул уҡ.

2)Әгәр кешеләр булһалар изге уйҙа
Мең бәләләр янмаҫ ине
Беҙгә бирелгән был яҡты донъяларҙа
Йыр-моң күберәк булыр ине.

Ҡушымта

Ниңә ваҡыт алтын яллы
Толпар ат түгел икән?!
Шатлыҡ кисергән минуттар
Оҙаҡ һуҙылмай икән?!

Ниңә баласаҡ илдәре
Тиҙ генә үтә икән?!
Ғәмһеҙлекте етди уйҙар
Тиҙ алмаштыра икән ?! (2 тапҡыр)


Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-