Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Радик Вәлмөхәмәтов - Башҡорт ҡурайына гимн, Ф.Ҡотлогилдина һүҙҙәре Гүзәл Үлмәҫҡолова көйө | Текст песни

БАШҠОРТ ҠУРАЙЫНА ГИМН

Ябай ғына ошо үҫентенең
Моңдарына хайран ҡалырлыҡ,
Башҡорт ҡурайынан сыҡҡан көйҙө
Бер моңдар юҡ уҙа алырлыҡ!

Ҡушымта: Ҡурай бит ул һәр кем өсөн изге,
Ҡурай - милләтемдең билгеһе!
Ер шарын ураһын Ҡурай моңо,
Ҡурай – яҡшылыҡтың өлгөһө!
Ҡурай бит ул, Ҡурай , һәр кем өсөн изге,
Ҡурай яҡшылыҡтың, Ҡурай яҡшылыҡтың өлгөһө!

Уралынан ҡурай өҙөп алып
Көпшә эстәренә тын өргән,
Башҡорт тигән халыҡ бар донъяға
Ҡурай моңо тигән моң биргән!

Ҡурай юлдаш булған батырҙарға,
Яуҙа көстәр өҫтәп торған ул!
Париж урамдарын данға сорнап
Дошмандарҙы бергә ҡырған ул!
Фәүзиә Ҡотлогилдина- АЛТЫНБИКӘ


Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-