Зәңгәр күлдәгеңде кейәһең дә
Зәңгәр күлгә көн дә киләһең.
Йөрәгеңдә ниндәй уттар яна,
Уйҙарыңды килә беләһем.
Зәңгәр күлдәгеңде кейәһең дә
Йәшел болондарҙан үтәһең.
Болон сәскәләрен йыя-йыя
Кемде шулай һағынып көтәһең?
Зәңгәр күлдәгеңдең зәңгәрлеге
Хәтерләтә аяҙ күктәрҙе.
Ниндәй генә һүҙҙәр асыр икән
Йөрәгеңдең серле биктәрен?
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1